Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

«Асыҡ Республика» системаһының эшмәкәрлеге мәсьәләләре һәм информатизация буйынса Башҡортостан Республикаһының дәүләт комитеты

“Асыҡ Республика” ҡабул итә

20 Ноябрь 2017
27
0
Башҡортостан Республикаһында дүрт йылдан ашыу инде “Асыҡ Республика” системаһы эшләй. Ул власть менән граждандар араһында асыҡ бәйләнештең өр-яңы алымдарын тәьмин итеүгә, “асыҡ” төбәкте үҫтереүҙең оҙайлы стратегияһын төҙөүгә һәм мәғлүмәт еткереү һәм халыҡ менән эш итеү йәһәтенән элегерәк башланған проекттарҙы берләштереүгә йүнәлтелә.
 
“Асыҡ Республика” бихисап электрон ресурстарҙан тора. Улар – “Башҡортостан Республикаһы власть органдарының үҙәкләштерелгән порталы”, “Хәйриә”, “БР тауышы”, “Йорт идаралығы”, “Ҡалабыҙҙың мәҙәни кодтары”, “Депутаттар”, “Закон проекттары”, “Электрон ҡабул итеү бүлмәһе”, “Республика кадрҙары”, “Башҡортостан ахмаҡтарһыҙ”. Республика халҡының бер өлөшө был хеҙмәттәрҙән файҙаланыу өҫтөнлөгөн баһалап та өлгөрҙө. Һәр кеше үрҙә телгә алынған электрон ресурстарҙың һәр ҡайһыһы менән үҙаллы таныша ала – https://www.openrepublic.ru сайтындағы навигация аңлайышлы һәм файҙаланыу өсөн уңайлы. 

Граждандарға дәүләткә рәсми мөрәжәғәт итеү мөмкинлеген биргән уникаль ресурс – “Башҡортостан Республикаһы власть органдарының электрон ҡабул итеү бүлмәһе” проекты халыҡта айырыуса ҙур танылыу яуланы. 

“Электрон ҡабул итеү бүлмәһе” порталы Башҡортостан Республикаһындағы власть органдары менән асыҡтан-асыҡ, уңайлы һәм йылдам аралашыу мөмкинлеген бирә. Хәҙер республика етәкселегенә мөрәжәғәтеңде тапшырыу өсөн йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәләрендә сәғәттәр буйы сират тороуҙың кәрәге юҡ. Бер нисә төймәгә баҫыу менән тәҡдимегеҙ теләгән ваҡытта, теләһә ҡайһы төбәктән тикшереүгә ебәрелә.

“Электрон ҡабул итеү бүлмәһе”нең төп өҫтөнлөгө шунда, сайтҡа инеү менән Һеҙгә Башҡортостандағы барлыҡ министрлыҡтарға һәм ведомстволарға юл асыла, уларға туранан-тура мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге тыуа. 

Мөрәжәғәт итеүсегә төп талап – юлдарҙы дөрөҫ тултырыу, кәрәкле файлдарҙы теркәү һәм “Ебәрергә” тигән төймәгә баҫыу. Мөрәжәғәт власть органдарының электрон документтар әйләнеше системаһына ҡабул ителәсәк һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡараласаҡ. Бынан тыш, теге йәки был проблема хаҡында һөйләгәндә, теге йәки был мәсьәләне хәл итергә тырышҡанда, уны Республика картаһындағы аныҡ нөктәгә “бәйләй” алаһығыҙ – был ҡыйын түгел.

Кешенең теләге буйынса уның мөрәжәғәтен асыҡтан-асыҡ ҡуйырға була. Сайтта баҫылып сыҡҡан мөрәжәғәттәр һәм уларға бирелгән яуаптар буйынса фекер алышырға мөмкин.
 
Әлеге портал оҙаҡ ваҡыт инде Башҡортостан халҡына ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап биреү йәһәтенән һөҙөмтәле хеҙмәт күрһәтә. 

Үҙеңдең Республикаңды ас!

БР Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте

  • “Асыҡ Республика” ҡабул итә