Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

«Асыҡ Республика» системаһының эшмәкәрлеге мәсьәләләре һәм информатизация буйынса Башҡортостан Республикаһының дәүләт комитеты

ЮХХДИ штрафтарын тикшереү хеҙмәте – Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталынан файҙаланыусылар араһында айырыуса киң таралған

20 Март 2018
56
0
Рәсәй Федерацияһының Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы хәбәр итеүенсә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтарҙы тикшереү хеҙмәте 2016 йылдың һигеҙ айы йомғаҡтары буйынса Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталынан файҙаланыусыларҙа айырыуса киң таралған. Билдәләнгән осорҙа Берҙәм портал аша граждандар 1,4 миллиард һумлыҡ штраф түләгән.
“Берҙәм порталдағы был хеҙмәт ЮХХДИ һәм Федераль ҡаҙналыҡ базалары буйынса мәғлүмәттәрҙе берлектә эҙләү, штрафтар исемлеге хаҡында тулыраҡ белешмә алыу мөмкинлеген бирә.  Файҙаланыусылар штрафтың булыу-булмауын тикшереү генә түгел, шулай уҡ элегерәк һалынған штрафтар статусының үҙгәрешен, улар ваҡытында түләнмәгән осраҡта, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең башҡарыу эштәрен күҙәтә һәм портал аша уҡ аҡсаны күсерә ала”, – ти Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Алексей Козырев.
Әле Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталында һәр кем үҙенең һәм башҡа кешенең автомобиленә һалынған ЮХХДИ штрафтарын тикшерә ала. Бының өсөн автомобилдең дәүләт номерын һәм транспорт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡтың номерын белеү ҙә етә.
Шулай уҡ порталдан файҙаланыусылар өсөн һорауҙы бер тапҡыр ебәреп, бер нисә автомобилгә һалынған штрафтарҙы тикшереү мөмкинлеге лә бар. Штрафтар тураһындағы мәғлүмәттәр менән танышыу, яңы штрафтар йәки әүәлгеләренең статусы үҙгәреү тураһында белдереү алыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында стандарт иҫәп яҙмаһының булыуы шарт. Ул паспорт мәғлүмәттәре һәм шәхси иҫәп счетының страховка номеры ярҙамында онлайн тәртибендә раҫланырға тейеш.
2016 йылдың ноябренән Мәскәү өлкәһе халҡы Эске эштәр министрлығының һәм Федераль суд приставтары хеҙмәтенең штрафтары тураһындағы протоколдарҙың ҡағыҙ күсермәләренән баш тартып, уларҙы порталдағы шәхси кабинетҡа электрон төрҙә алыу мөмкинлегенә эйә. Тиҙҙән башҡа төбәктәрҙә йәшәгәндәр ҙә берҙәм порталға инеп, ЮХХДИ штрафтары тураһындағы электрон белдереүҙәрҙе күҙәтә аласаҡ. Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталында ЮХХДИ штрафтарын банк карталары ярҙамында, кеҫә телефоны иҫәбенән, “Яндекс.Аҡса”, Qiwi һәм WebMoney сервистары аша түләргә мөмкин.
Сығанағы: Рәсәйҙең Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы. 
  • ЮХХДИ штрафтарын тикшереү хеҙмәте – Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталынан файҙаланыусылар араһында айырыуса киң таралған