Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

«Асыҡ Республика» системаһының эшмәкәрлеге мәсьәләләре һәм информатизация буйынса Башҡортостан Республикаһының дәүләт комитеты

Сит ил паспортын Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша алығыҙ

29 Март 2018
32
0
Сит ил паспортын нисек тиҙ арала алырға? Дәүләт хеҙмәттәре порталына (https://gosuslugi.ru/10005) инеп, бер нисә төймәгә баҫыу көтөп алған ялығыҙға юл асыр. Отпуск алдынан паспорт юллау өсөн сират тороуға һәм документ туплауға ваҡыт сарыф итке килмәй, әлбиттә. Дәүләт хеҙмәттәренең gosuslugi.ru берҙәм порталында теркәлеү хаҡында алдан хәстәрлек күрһәгеҙ, тейешле ҡағыҙҙарҙы йыйып мәшәҡәтләнмәйенсә, үҙегеҙгә тыныс ял тәьмин итә алырһығыҙ.
Портал аша сит ил паспортын юллау өсөн әллә ни күп документ кәрәкмәй: Рәсәй паспорты, хәрби билет йәки теркәлеү таныҡлығы, тултырылған анкета-ғариза һәм дәүләт пошлинаһын түләү етә. Бөтә документығыҙҙы ла электрон төрҙә тәҡдим итә алаһығыҙ. Паспорт әҙер булғас, уны үҙегеҙ теркәлгән урынға барып алырға мөмкин. Был турала Һеҙгә Дәүләт хеҙмәттәре порталы хәбәр итер.
Иҫке өлгөләге сит ил паспорты яңыһынан нимәһе менән айырыла? Беренсенән, иҫке өлгөләге паспорт яңыһына ҡарағанда йоҡараҡ һәм ул 10 йылға түгел, ә 5 йылға ғына иҫәпләнгән. Уны алыу өсөн документтарҙы тулыһынса электрон төрҙә тапшырырға һәм Федераль миграция хеҙмәтенән барып алырға кәрәк.
 
БР Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте. 
  • Сит ил паспортын Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша алығыҙ