Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

«Асыҡ Республика» системаһының эшмәкәрлеге мәсьәләләре һәм информатизация буйынса Башҡортостан Республикаһының дәүләт комитеты

Транспорт һалымы: бурыстан нисек ҡотолорға?

7 Февраль 2018
35
0
Әгәр ялланып эшләһәгеҙ, һалым түләүегеҙҙе тоймаҫһығыҙ ҙа, сөнки быны эш биреүсегеҙ башҡара. Транспорт һалымы иһә – бөтөнләй башҡа мәсьәлә. Транспорт сараһы һатып алһағыҙ, һалымын үҙегеҙ түләйһегеҙ.  Быны ваҡытында эшләмәһәгеҙ, бурысығыҙ барлыҡҡа килә. Уның өсөн Һеҙгә штраф һалына, сит илгә юл ябыла. Бурысығыҙҙы кисектермәҫтән асыҡлаһағыҙ, әллә ни мәшәҡәт булмаҫ.
Транспорт һалымын 1 октябргә тиклем түләргә кәрәк. Йыл һайын Һеҙ уны былтырғы йыл өсөн түләйһегеҙ. Мәҫәлән, машинағыҙҙы 2015 йыл аҙағында һатһағыҙ, 2016 йылда уның һалымын түләйәсәкһегеҙ әле. Һалым буйынса бурыстарҙы http://gosuslugi.ru сайтында тикшерергә мөмкин.
Бурысты тикшерергә ниәтләһәгеҙ, түбәндәгеләр ғәмәлдәрҙе башҡарығыҙ:
1. http://gosuslugi.ru сайтында теркәлегеҙ. Бының өсөн исем-шәрифегеҙҙе, телефон номерын һәм электрон почта адресын яҙырға кәрәк.
2. Паспорт, СНИЛС, ИНН мәғлүмәттәрен тултырығыҙ.
3. “Һалым бурысы” тигән хеҙмәтте һайлап, “Хеҙмәт алырға” тигән төймәгә баҫығыҙ.
4. Һөҙөмтәне ҡарағыҙ.
Һалымды банкыла йәки ошо сайтта уҡ банк картаһы ярҙамында түләргә мөмкин. Бының өсөн комиссия түләүе алынмай. Хәҙер һалымды сайтта ғына түгел, шулай уҡ кеҫә телефонындағы ҡушымтала ла түләргә була.
Бурысығыҙҙы әле үк тикшерегеҙ. Һис юғында 5 минут ваҡытығыҙҙы сарыф итерһегеҙ, уның ҡарауы штраф түләргә тура килмәҫ.
 
БР Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәте.

  • Транспорт һалымы: бурыстан нисек ҡотолорға?
  • Транспорт һалымы: бурыстан нисек ҡотолорға?