Документтарығыҙҙы юғалтһағыҙ, Дәүләт хеҙмәттәре порталы ярҙам итер
29 Ғинуар 2018
38
Документтарҙы юғалтыу, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошта ярайһы уҡ йыш осрай торған күренеш. Был мәсьәләне нисек хәл итеү хаҡында күптәр белмәйҙер ҙә. Иң мөһиме – юғалып ҡалмаҫҡа, тынысланырға, үҙ-үҙеңде ҡулға алырға. Документтар араһында банк карталары булһа, “ҡыҙыу элемтә” телефоны аша банкка шылтыратып, карталарҙың ғәмәлдә булыуын туҡтатығыҙ. Яҡындағы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итеп, хәлде аңлатығыҙ.
Дәүләт хеҙмәттәрендәге “Документтарҙы юғалтыу” бүлегендә эште нимәнән башлау кәрәклеге хаҡында хәбәрҙар булырһығыҙ. Бында документтарҙы тергеҙеү ғәмәлдәре, ваҡыты һәм хаҡы ентекле һәм аңлайышлы итеп һүрәтләнгән. Йыш осрай торған һорауҙарға яуаптар һәм башҡа файҙалы мәғлүмәттәр бирелгән.
Документтарығыҙҙы юғалтһағыҙ йәки урлатһағыҙ, өмөтһөҙлөккә бирелмәгеҙ, портал уларҙы тергеҙергә ярҙам итер!
Дәүләт хеҙмәттәре – тойолғандан байтаҡҡа ябайыраҡ.
БР Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.