Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

«Асыҡ Республика» системаһының эшмәкәрлеге мәсьәләләре һәм информатизация буйынса Башҡортостан Республикаһының дәүләт комитеты

Тулыһынса яңыртылған Дәүләт хеҙмәттәре порталы үҙ мөмкинлектәрен тәҡдим итә

26 Февраль 2018
43
0
Дәүләт хеҙмәттәре берҙәм порталының яңыртылған ҡулланыу интерфейсы Һеҙҙең өсөн тағы ла ябайыраҡ, уңайлыраҡ, йылдамыраҡ һәм файҙалыраҡ буласаҡ. Порталда күптән теркәлгәндәр дәүләт хеҙмәттәренән файҙаланыуҙы дауам итһен, үҙегеҙ әүәлерәк индергән мәғлүмәттәрҙең барыһы ла унда тулыһынса һаҡланған.
Ә яңы теркәлгәндәр – рәхим итегеҙ! Порталда ниндәй яңылыҡтар булды һуң?
Яңы портал – төрлө дәүләт хеҙмәттәрен табыу мөмкинлеген биргән, уларҙы файҙаланыу тәртибе күрһәтелгән майҙансыҡ ул. Хәҙер Һеҙ файҙаланыу категориялары  йәки власть органдары буйынса ойошторолған берҙәм сервис каталогына эйәһегеҙ.
Кәрәкле хеҙмәтте каталогтан, шулай уҡ “эҙләү” ысулынан да файҙаланып таба алаһығыҙ. Әйткәндәй, “эҙләү” тигән “тәҙрә” порталдың өҫкө яғында, дөйөм навигацияһында урынлашҡан.
Бында Һеҙ заказ биргән хеҙмәттәр, түләүҙәр һәм ғәмәлдәр тураһында тулы мәғлүмәт тупланған шәхси кабинетығыҙ ҙа бар. Мауығып китеп, порталдың артабанғы биттәренә инһәгеҙ ҙә, навигация менюһы һәр саҡ экрандың өҫкө өлөшөндә ҡаласаҡ.
Граждандар дәүләт сервистарынан файҙаланған өсөн, шулай уҡ штраф һәм һалым түләү маҡсатында күптән инде Дәүләт хеҙмәттәре порталына мөрәжәғәт итә. Түләүҙе ябайлаштырыу өсөн порталда барлыҡ түләү сервистары берләштерелгән. Шуға күрә хәҙер бер бүлектән тороп уларҙың һәр ҡайһыһынан файҙаланырға мөмкин.
Дәүләт хеҙмәттәре порталы менән “кәңәшләшергә” лә була. Бының өсөн байтаҡ мәсьәләләр буйынса файҙалы кәңәштәр,  күрһәтмәләр һәм аңлатмалар тупланған махсус бүлек бар. Улар Һеҙгә дәүләт менән бәйле һорауҙарға яуап табырға ярҙам итәсәк. Яңы киҫәк даими тулыландырыласаҡ һәм тағы ла файҙалыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ буласаҡ.
Компьютерығыҙҙы үҙегеҙ менән алмаһағыҙ ҙа, дәүләт хеҙмәттәренән мәхрүм ҡалмаҫһығыҙ. Кеҫә телефонына Дәүләт хеҙмәттәре ҡушымтаһын күсереп алығыҙ, теркәлегеҙ (әлегә тиклем быны эшләмәгән булһағыҙ) һәм шуның менән эш тә тамам. Ҡулығыҙҙа смартфон бар икән, бурысығыҙҙы тикшерә, түләй, күрһәтелгән төп хеҙмәттәрҙән, шулай уҡ шәхси кабинет хеҙмәттәренән файҙалана алаһығыҙ.
Дәүләт хеҙмәттәре порталы – һеҙҙең ярҙамсығыҙ һәм дуҫығыҙ!
 
БР Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
  • Тулыһынса яңыртылған Дәүләт хеҙмәттәре порталы үҙ мөмкинлектәрен тәҡдим итә