Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

«Асыҡ Республика» системаһының эшмәкәрлеге мәсьәләләре һәм информатизация буйынса Башҡортостан Республикаһының дәүләт комитеты

Дәүләт хеҙмәтендә карьераңды “Асыҡ Республика” аша башла

2 Апрель 2018
31
0
Башҡортостан Республикаһында бына бер нисә йыл инде “Республика кадрҙары” порталы эшләй. Ул – “Асыҡ Республика” уникаль системаһына ингән бүлектәрҙең береһе. “Республика кадрҙары” порталының төп бурысы – Башҡортостан Республикаһы власть органдарының кадрҙар резервын туплау, төбәгебеҙ файҙаһына эшләрлек амбициялы, ижади йәштәрҙе эҙләү. Бында иң мөһиме – теләк, ә ҡалғанын Интернет-ресурс үҙ иңенә ала.
Портал Башҡортостан Республикаһы власть органдарының кадрҙар резервы, дәүләт хеҙмәтендәге вакант вазифаларға дәғүә итеүселәр тураһында мәғлүмәт бирә.
Һеҙҙең мөмкинлектәр:
1. Үҙегеҙ хаҡында мәғлүмәт ҡалдырып, Башҡортостан Республикаһының кадрҙар резервына инеү;
2. Вакант вазифаға заявка ебәреү;
3. Дәүләт хеҙмәтенә әҙер булыуығыҙға баһа алыу;
4. Дәүләт хеҙмәтендә эш башлау өсөн кәрәкле белемде камиллаштырыу курстары буйынса тәҡдимдәр алыу;
5. Яҙылып, белемде камиллаштырыу курстары үтергә, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында;
6. Үҙеңде һәм дәүләт хеҙмәтенә әҙер булыуыңды баһалау.
Быларҙың барыһы ла эш эҙләү һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт вазифаһына кандидаттар һайлау мәсьәләһен ябайлаштыра. “Республика кадрҙары”, дәғүәселәрҙе һайлау ғәмәленең асыҡлығын тәьмин итеп, бик күп йәш белгестәр һәм буласаҡ идарасылар өсөн “социаль лифт”ты тәшкил итә. Портал – йылдам үҫеүсе система.  Ул дәүләт идараһының сифатын яҡшыртыу мөмкинлеген бирә.
Бөгөн республика ведомстволарының күпселеге үҙҙәрендәге вакант вазифалар хаҡында “Республика кадрҙары” порталында мәғлүмәт бирә. Шуға күрә был ресурс көнүҙәк дөрөҫ мәғлүмәттәр менән байытылған, власть органдары менән вазифаларға потенциаль кандидаттар араһында тура бәйләнеш булдырыуға булышлыҡ иткән берҙән-бер сервис, тип тулы ышаныс менән әйтергә була.
Дәүләт хеҙмәтендә эш башларға теләһәгеҙ, тейешле шәхсән һәм профессиональ сифаттарға эйә булһағыҙ, “Республика кадрҙары” порталы ярҙамында тәүге аҙымығыҙҙы яһағыҙ.
Асыҡ Республика кадрҙары дәүләт хеҙмәтендә ҡеүәтегеҙҙе файҙаланығыҙ!
 
БР Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте. 
  • Дәүләт хеҙмәтендә карьераңды “Асыҡ Республика” аша башла