Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы

“Асыҡ Республика”ның ҡала буйлап сәйәхәте

25 Июль 2016
54
0
“Асыҡ Республика” уникаль системаһы ярҙамында беҙҙең төбәктә “Ҡалабыҙҙың мәҙәни кодтары” мәғлүмәт порталы эшләй. Штрих-кодтар яҙылған таҡтаташтарҙы үҙ эсенә алған “QR-кодтар” системаһы, кеҫә телефонын йәки махсус ҡушымталарҙы файҙаланып, мәҙәни мираҫ объекты хаҡында мәғлүмәт алыу мөмкинлеген бирә.
Портал бик үҙенсәлекле. Ресурстағы рәсми факттар билдәле бер объектҡа бәйле ваҡиғалар, тарихтар, хәтирәләр, фотолар, документаль фильмдар менән тулыландырыла.
Әйтергә кәрәк: Башҡортостан Республикаһында XVIII быуат уртаһынан төбәк архитектураһын сағылдырған 300-ҙән ашыу ҡомартҡы теркәлгән. Тимәк, ҡарарлыҡ, ҡала ҡунаҡтарына һөйләрлек һәм күрһәтерлек иҫтәлекле урындарыбыҙ байтаҡ. Мәҫәлән: Аксаков халыҡ йорто, Демидовтар йорто, Евангелие-Лютеран Кирхаһы, Ир-егеттәр гимназияһы, Ир-егеттәр өсөн дини училище, Сергиев сиркәүе, Дворяндар йыйылышы бинаһы, Иванов менән Нобелдең сауҙа йорто, Ауыл хужалығы институты бинаһы (Дини семинария) һәм XVIII-XIX быуат архитекторҙарының башҡа тиҫтәләгән ижад емеше.
Архитектура объекттарының фасадтарында урынлаштырылған QR-кодтар онлайн-тәртибендә үҙаллы мәғлүмәт алыу мөмкинлеген бирә, ҡала буйлап ҡылынған сәфәрҙе ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс сәйәхәткә әүерелдерә. Сайт ҡомартҡының тарихы менән генә түгел, һирәк осрай торған 3D моделдәр, фотолар һәм видеолар менән дә таныштыра. Мәҙәни кодтар тураһындағы портал байтаҡ сервистар менән йыһазландырылған. Мәҫәлән, бында ҡалабыҙҙағы мәҙәни мираҫ объекттары хаҡында аудио-хикәйә тыңларға, уларҙың урынлашҡан ерен асыҡларға,  Өфөләге архитектура ҡомартҡыларын һаҡлау өсөн төймәгә баҫып уларға янаған хәүеф һәм уға юл ҡуймау юлдары тураһында хәбәр итергә була.
Өфөнө донъяла билдәле булған барлыҡ архитектура стилдәре биҙәй. Шуға күрә үҙенсәлекле тарихи мираҫты һаҡлап ҡалыу – етәкселектең генә түгел, баш ҡала халҡының да бурысы.
 
QR-кодты уҡыу өсөн түбәндәгеләр кәрәк:
1. Телефонға QR-кодты уҡыу өсөн программа ҡуйырға. Бының өсөн мотлаҡ смартфон кәрәкмәй:  QR-кодты камераһы булған һәм Java-ҡушымталар асылған кеҫә телефоны ла таный ала.
2. Кеҫә телефоны камераһын QR-кодҡа йүнәлтергә.
3. Программа бер нисә секунд эсендә кодты таныясаҡ һәм экранда кәрәкле сәхифә барлыҡҡа киләсәк.
Өфө – иҫтәлекле урындарға бай булған бик ҡыҙыҡлы һәм күркәм ҡала. Йорттарға ҡуйылған зәңгәр таҡтаташтар – QR-кодтар заманса технологиялар ярҙамында Һеҙҙе тарих төпкөлөнә алып китәсәк.
 
Асыҡ Республика – тарихи мираҫҡа заманса ҡараш.
 
БР Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәте.
  • “Асыҡ Республика”ның ҡала буйлап сәйәхәте