Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

«Асыҡ Республика» системаһының эшмәкәрлеге мәсьәләләре һәм информатизация буйынса Башҡортостан Республикаһының дәүләт комитеты

“Асыҡ Республика” проекты – граждандың власть менән үҙенсәлекле аралашыуы

15 Ғинуар 2018
37
0
Бына бер нисә йыл инде Башҡортостан Республикаһында Интернет киңлегендә “Асыҡ Республика” үҙенсәлекле мәғлүмәт системаһы эшләй. Системаның уникаллеге шунда, һәр кем бында үҙенә кәрәкле мәғлүмәт, ярҙам табыр, мәҫәлән, власть органдарының электрон ҡабул итеү бүлмәһенә туранан-тура мөрәжәғәт итә, ҡулай вакансия таба, ҡабул ителгән закон проекттары хаҡында хәбәрҙар була, төбәкте үҫтереүгә һәм төҙөкләндереүгә ҡағылышлы теге йәки был мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йоғонто яһай, халыҡтан һорауҙарға яуап алыуҙарҙа ҡатнаша, мәҙәни мираҫ ҡомартҡылары менән виртуаль таныша алыр һ.б.
Мәғлүмәт системаһы бер нисә компонентты һәм власть органдарының асыҡлығын арттырыу, электрон демократияны үҫтереү кеүек ике төп йүнәлеште үҙ эсенә ала. Власть органдарының асыҡлығы халыҡҡа уларҙың эшмәкәрлеге тураһында ентекле мәғлүмәт (шул иҫәптән машина уҡыған формала) биреүгә ҡорола. Электрон демократия иһә йәмғиәт менән власть араһындағы бәйләнештең өр-яңы алымдарын файҙаланыуҙы күҙаллай.
Быйыл май айында “Асыҡ Республика” проекты һөнәри берләшмәнең юғары баһаһын алды һәм Бөтә Рәсәй “ПРОФ-IT” төбәк һәм муниципаль мәғлүмәтләштереү проекттары конкурсында “Асыҡ төбәктә IT” номинацияһында беренсе урын яуланы.
Бөгөн “Асыҡ Республика” проекты планға ярашлы үҫешен дауам итә, граждандар менән республика власы араһындағы бәйләнештәрҙе камиллаштыра. Система порталдарын республика халҡы ихлас ҡабул итте. Файҙаланыусыларҙың йылдан-йыл артыуы ла ошо турала һөйләй.  Айырыуса “Электрон ҡабул итеү бүлмәһе”н үҙ итәләр. Унда ҙур ҡалалар ғына түгел, бәләкәй ауылдар, ҡасабалар халҡынан да мөрәжәғәттәр килә. Система эшләй башлаған мәлдән алып электрон ҡабул итеү бүлмәһенә 75 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән.
 
Һеҙ ҙә үҙ республикағыҙҙы асығыҙ!
 
БР Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте. 
  • “Асыҡ Республика” проекты – граждандың власть менән үҙенсәлекле аралашыуы