Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы

“Асыҡ Республика” аша депутатыңды тап

19 Ғинуар 2016
48
0
“Депутаттар” порталы һайлаусылар менән парламентарийҙар араһындағы кәртәләрҙе юҡ итеү, илебеҙҙә, республикабыҙҙа, ҡалаларҙа йәки төпкөл ауылдарҙа йәшәгән ябай Рәсәй кешеләренең мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында ойошторолдо.
Портал көнүҙәк проблемаларҙы, мәҫәлән, йорт ихатаһында балалар майҙансығы төҙөү йәки пенсияны арттырыу мәсьәләләрен яйға һалыу өсөн депутаттар менән граждандарҙың бәйләнешен тиҙләтә. Заманса технологиялар төбәктәге һәр кешегә уңайлы ваҡытта өйөнән сыҡмайынса һайлауҙа үҙе тауыш биргән йәки ошо биләмәнең мәнфәғәтен сағылдырған парламентарийға туранан-тура мөрәжәғәт итә ала. Был йәһәттән “Депутатыңды тап” сайты сервисы ярҙам итәсәк. Ул кешенең йәшәгән урыны буйынса “халыҡ вәкилен” күрһәтәсәк. Йыш ҡына ваҡыт хәл иткес факторға әүерелә бит!
Ресурс муниципаль һәм республика кимәлдәрендә һайланған, шулай уҡ федераль кимәлдә төбәк мәнфәғәттәрен яҡлаған депутаттарҙың тормошо һәм эше тураһындағы актуаль белешмәләрҙе үҙ эсенә ала. Порталда тематик мәҡәләләр һәм парламентарийҙарҙың сығыштары, яңылыҡтар һәм депутаттар ҡабул итеүҙә һәм эшләүҙә ҡатнашҡан закон проекттары урынлаштырылған.
Әйтергә кәрәк, проект төбәктәге сәйәси партияларҙың эшмәкәрлеге хаҡындағы мөһим мәғлүмәттәрҙе берләштерҙе, партиялар тормошҡа ашырған социаль һәм мәҙәни сараларҙы сағылдыра. Бында шулай уҡ бюджет буйынса асыҡ тыңлауҙар һәм Хөкүмәт осрашыуҙары тураһында ла хәбәрҙар булырға мөмкин.
Дөйөм алғанда, был ресурс муниципаль һәм ҡала Советтары, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм республиканан һайланған РФ Дәүләт Думаһы депутаттарының эшмәкәрлеге хаҡында халыҡҡа мәғлүмәт еткереү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелә.
Порталдан файҙаланырға тәҡдим итәбеҙ. Ул Һеҙгә файҙалы булыр, тип ышанабыҙ.
“Депутаттар” интернет-порталының бурысы – һайлаусылар менән депутаттар араһындағы мөнәсәбәттәрҙә ышанысты, аралашыу барышында ихласлыҡты һәм үҙ-ара аңлашыуҙы арттырыу.
 
БР Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
  • “Асыҡ Республика” аша депутатыңды тап