Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

«Асыҡ Республика» системаһының эшмәкәрлеге мәсьәләләре һәм информатизация буйынса Башҡортостан Республикаһының дәүләт комитеты

Бөгөн "Яндекс.Лицей" проекты уҡырға һайлап алыу туры башлай

31 Август 2018
28
0

Проект программалау буйынса IT белгестәре әҙерләүҙе күҙ уңында тота. Бушлай курстар 8-9 синыфтар өсөн тәғәйенләнгән. Компьютер экранындағы яҙыуҙарҙы һәр кем аңларлыҡ түгел. Әммә Егор өсөн ул ҙур проекттың башы. Үҫмер киләсәктә программист һөнәрен үҙләштерергә теләй һәм бының өсөн уға күберәк үҙаллы шөғөлләнергә тура килә.

Ә унан йәшерәктәр өсөн бындай мөмкинлекте Яндекс компанияһы булдыра. Георгий ҙа үҙаллы компьютер серҙәренә төшөнөп ҡараған. Егет программалау буйынса курстарға һайлап алыу турында ҡатнашмаҡсы.

Георгий Майструк: «Мин компьютерҙа программалауҙы Интернеттағы яҙмалар буйынса өйрәнә башланым. Әммә киләсәктә яҡшы программист булыу өсөн махсус белем кәрәк икәнлеген аңланым».

«Яндекс Лицей» проекты республикала Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү буйынса буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостандың Мәғариф министрлығы күҙәтеүе аҫтында ойошторола.

Программалау проектында ҡатнашыу өсөн компьютер буйынса база белем талап ителә. Үҫмерҙәр хәҙерге заманда ҙур ихтыяж менән файҙаланған Python программаһы нигеҙҙәрен өйрәнеп кенә ҡалмай. Уҡыусылар тәүге йылда теория үҙләштерә һәм ябай проекттарҙа эшләй, ә икенсе йылда ҡатмарлы технологиялар менән программаларға өйрәнә.

Мәғариф проекты 8-9-сы синыфтар өсөн иҫәпләнгән. Конкурста ҡатнашыу өсөн сайтҡа инеп онлайн- тест үтергә кәрәк. Ғаризалар 9 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Уҡыу 1 октябрҙә башлана, уның өсөн республикала биш майҙансыҡ булдырылған. Башҡорт дәүләт университетында, Өфө дәүләт нефть техник университетының йәштәр технопаркында, Республика инженер лицейында, һәм Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында.

Дмитрий Полупанов БДУ-ның мәғлүмәт технологиялары һәм компьютер математикаһы кафедраһы доценты: «Башҡорт дәүләт университетында махсус аудитория бүленә. Уҡыуҙар ғәҙәттәгесә - лекция һәм ғәмәли өлөштән тора. Синыф һәм өй эше бирелә, контроль эштәр уҙғарыласаҡ. Дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр сәғәт өстән һуң, ике сәғәт буйы бара».

Өҫтәмә белем биреүсе проект 2007 йылдан бирле эшләй. Курсты тамамлаусылар Яндекста һәм башҡа IT компанияларҙа үҙенә эш таба ала.

Үҙеңдең Республикаңды ас: открытаяреспублика.рф
  • Бөгөн