Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

«Асыҡ Республика» системаһының эшмәкәрлеге мәсьәләләре һәм информатизация буйынса Башҡортостан Республикаһының дәүләт комитеты

Башҡортостан Республикаһы халҡы цифрлы телевидение менән бушлай файҙалана ала

4 Июль 2018
34
0

Бөгөн Башҡортостан республикаһы халҡы цифрлы телевидение эфирҙарын бушлай ҡарай ала. Республиканың барлыҡ тораҡ пункттарында (95,5%) 10 цифрлы телеканал пакеттарын яҡшы сифатта ҡарап була: «Первый канал», «Россия 1», «Матч ТВ», НТВ, «Петербург-5 канал» «Россия К», «Россия 24», «Карусель», «Общественное телевидение России», «ТВ Центр», һәм өс радиоканал: «Вести ФМ», «Маяк» и «Радио России».

2018 йыл аҙағында тағы ла 10 канал ҡарау мөмкин була, улар араһында: СТС, ТНТ, РенТВ, Пятница, Спас, Домашний, Звезда, ТВ3, Мир, МузТВ.

Аналог телевидениеһын файҙаланыр өсөн ҙур ресурстар кәрәк, шуға күрә уның артабанғы үҫтереүе иҡтисади һәм техник ярашһыҙ. Шул уҡ ваҡытта цифрлы телевидение файҙаланыусыларҙы абонент түләүҙәрендән азат.

Беҙҙең республикала «Россия 1», «Россия 24» һәм «Радио России» каналдарына барған тапшырҙарға Башҡортостан ДТРК-һы яңылыҡтары ҡушыла. Был республика хәбәрҙәрен белеп йәшәргә мөмкинлек бирә.

Бушлай цифрлы тапшырыуды тоташтырыу өсөн ентекле инструкцияны бында ҡарап була.

Үҙеңдең Республикаңды ас: открытаяреспублика.рф
  • Башҡортостан Республикаһы халҡы цифрлы телевидение менән бушлай файҙалана ала